Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЛИМОВ Юрий Семёнович

Просмотров: 1666

КЛИМОВ Юрий Семёнович (21.9.1961, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Мораҡ а. — 9.1.2000, Чечен Республикаһының Аргун а. янында, Новосибирск ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). Милиция подполковнигы (1996). 1995—96 йй. һәм 1999—2000 йй. Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Новосибирск юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәри училищеһын (1984), РФ Ҡораллы Көстәре Гуманитар академияһын (Мәскәү ҡ., 1993) тамамлаған. 1979 й. алып Совет армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында, 1993 й. — РФ ЭЭМ‑ы органдарында. Герой исеменә Новосибирск өлкәһе Эске эштәр идаралығы эргәһендәге Көнбайыш Себер ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш төбәк идаралығының тиҙ эш итеүсе махсус отрядының өлкән оператив вәкиле 2000 й. 9 ғинуарында Аргун янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнгән (1995, 1996). Мораҡ а. урамға, хәрби‑патриотик клубҡа К. исеме бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Новосибирск ҡ. К. тамамлаған училищеның Геройҙар аллеяһында һәйкәл ҡуйылған.

 Әҙәб.: Ч е р н ы х И. Последний бой //Рискуя жизнью: сб. очерков о сотрудниках криминальной милиции ГУВД Новосиб. обл. М., 2003.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: