Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

Просмотров: 1918

БАШҠОРТТАР ТУРАҺЫНДА ФӘН. Б.т.ф. өйрәнеү предметы — башҡ. халҡының этногенезы, тарихы һәм хәҙ. торошо, матди һәм рухи мәҙәниәте. Рәсәйҙә Б.т.ф. барлыҡҡа килеүе 18 б. 2‑се ярт. ҡарай: Академик экспедициялар барышында Башҡортостандың геогр. урынын һәм тәбиғәт, климат шарттарын тикшереү башлана, тәүге тапҡыр башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары, ышаныуҙарының системалаштырылған тасуирламаһы бирелә. Б.т.ф. үҫешенә И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.С.Паллас, В.В.Радлов, С.У.Ремезов, Н.П. Рычков, С.Соммье, Ф.И.Страленберг, В.Н.Татищев, В.М.Флоринский һ.б. ҙур өлөш индерә. 19 б. Б.т.ф. башлыса башҡорт телен һәм башҡорт яҙыуын өйрәнеү м‑н шөғөлләнгән филол. дисциплинаһы булараҡ үҫешә [М.И.Ивановтың “Татар грамматикаһы” (“Татарская грамматика”) һәм “Татар хрестоматияһы” (“Татарская хрестоматия”) китаптары (икеһе лә — 1842), М.М.Биксуриндың “Бохарҙар, башҡорттар, ҡырғыҙҙар һөйләштәре менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма” (“Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов...”; 1869), В.В.Катаринскийҙың “Ҡыҫҡаса урыҫса- башҡортса һүҙлек” (“Краткий русско- башкирский словарь”; 1893) һәм “Башҡортса-урыҫса һүҙлек” (“Башкирско- русский словарь”; 1899) һ.б.]. 19 б. аҙ. — 20 б. башында башҡорттарҙың антропологияһы, тарихы, этнографияһы һәм фольклорын комплекслы өйрәнеү башлана (Н.А.Аристов, В.И.Даль, Р.Г.Игнатьев, М.В.Лоссиевский, П.И.Небольсин, Д.П.Никольский, С.И.Руденко, С.Г.Рыбаков, Н.С.Попов, В.И.Филоненко һ.б.). Ошо осорҙа башҡ. авторҙары М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, С.Ғ.Мирасов һ.б. тәүге хеҙмәттәре донъя күрә. 20 б. Б.т.ф. мөһим урынды башҡорттарҙың этногенезы (ҡара: Башҡорттарҙың килеп сығышының иран теорияһы, Башҡорттарҙың килеп сығышының төрки теорияһы, Башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһы), башҡ. халҡының соц.-иҡт. һәм ижт.‑сәйәси тарихы, уның донъя цивилизацияһында тарихи әһәмиәте (ҡара: Историография) мәсьәләләре ала. Башҡорт әҙәбиәте, башҡорт тел ғилеме, мәҙәниәте һәм сәнғәте, башҡорттарҙың дини һәм фәлсәфәүи ҡарашы, халыҡтың менталитеты проблемаларына ҡыҙыҡһыныу көсәйә (ҡара: Дин ғилеме, Сәнғәт ғилеме, Философия, Әҙәбиәт ғилеме).

Б.т.ф. өсөн урта быуат авторҙары (Балхи, Ибн Фаҙлан, Иҙриси, Масуди, Мәхмүт Ҡашғари, Плано Карпини, Рәшитетдин, В.Рубрук, Сәлләм Тәржемән, Юлиан, Яҡут) әҫәрҙәре, Рәсәй дәүләтенең рәсми эш ҡағыҙҙары, башҡ. шәжәрәләре, ауыҙ-тел ижады һәм муз. фольклор ҡомартҡылары һ.б. мөһим сығанаҡтар була (ҡара: Сығанаҡтар өйрәнеү). 20 б. Б.т.ф. археология, генетика, тарих, фольклористика, этнология асыштары м‑н тулылана. Академүҙәк һәм Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте (ҡара: Тыуған яҡты өйрәнеү) ойошторолоу, Өфө уҡытыусылар ин‑ты (1909; ҡара: Башҡорт дәүләт университеты), Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑ты (1940; ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Башҡ. пед. ин‑ты (1967; ҡара: Педагогия университеты), Өфө сәнғәт ин‑ты (1968; ҡара: Сәнғәт академияһы) һ.б. юғары уҡыу йорттары асылыу Б.т.ф. үҫешендә ҙур роль уйнай. Б.т.ф. проблемалары Биохимия һәм генетика институты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә, илдең башҡа ғилми‑тикшеренеү һәм уҡыу йорттарында өйрәнелә. Б.т.ф. б‑са материалдар “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Проблемы востоковедения” (ҡара: “Йәдкәр”) ж. һ.б. баҫыла.

Б.т.ф. проблематикаһы сит илдәрҙә әүҙем өйрәнелә. Эмигрант ғалимдар (Ә.Ә.Вәлидов, Инан Әбделҡадир, Б.Э.Нольде, Ғ.Ғ.Тағанов һ.б.) фундаменталь хеҙмәттәр яҙа. Б.т.ф. мәсьәләләре АҠШ, Венгрия, Германия, Төркиә, Финляндия, Франция һ.б. илдәр ғалимдары (Т.Байҡара, Ф.Бергдольт, И.Вашари, А.С.Доннелли, Э.Карр, М.Кемпер, Х.Малик, Д.Месарош, П.Паскаль, Д.Петерс, Р.Порталь, В.Проле, М.Рясянен, А.Франк, И.Эрдейи һ.б.) хеҙмәттәрендә сағылыш таба.

Әҙәб.: Библиографический указатель по истории Башкирской АССР:в 2 т. Уфа, 1988—1989; Багуманова М.Х. Указатель литературы о башкирах: в 3 ч. Уфа, 1994—2001.

И.Ғ.Ғәләүетдинов, Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019