Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 1158

МӘКТӘП ҒИЛЕМЕ, мәктәп м‑н идара итеүҙең йөкмәткеһе һәм ысулдары, уның эшен белем биреү процесына ҡулай шарттар тыуҙырырлыҡ итеп ойоштороу т‑дағы фән. 19 б. башлап алып барыла. Мәғариф органдарының мәктәпкә уҡытыу-тәрбиә, адм.-хужалыҡ һәм пед. етәкселек итеү, мәктәптең эске етәкселеген тормошҡа ашырыу, мәғариф учреждениеларында иҫәп алып барыуҙы һәм отчёт биреүҙе ойоштороу, мәктәп эше статистикаһы эшмәкәрлеген үҙ эсенә ала. Рәсәйҙә мәғариф м‑н идара итеү системаһын ойоштороу һәм камиллаштырыу мәсьәләләре Н.К.Крупская, А.С.Макаренко, Н.И.Пирогов, В.А.Сухомлинский, К.Д.Ушинский хеҙмәттәрендә яҡтыртылған. Башҡортостанда мәғариф халыҡ комиссарҙары С.С.Зәйнәшев, М.Ш.Хәсәнов, Р.В.Әбүбәкеров, А.К.Әҙеһәмов мәғариф м‑н идара итеү тари‑ хын тикшереүселәрҙең тәүгеләре була. Революцияға тиклемге һәм хәҙ. заман мәғарифы үҫеше һәм уның м‑н идара итеүҙең айырым проблемаларына — Ш.С.Абҙанов, респ. башланғыс мәктәп үҫешенең тарихи, ойоштороу һәм йөкмәтке аспекттарына — К.А.Иҙелғужин, Ә.Ә.Йәнекәев һ.б., респ. дөйөм белем биреүҙе тарихи-пед. анализлауға һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре үҫешенең айырым осорҙары проблемаларына — Р.З.Алмаев, И.Н.Байышев, С.Ш.Йыһаншин, П.П.Козлова, Рөстәм Ғ.Кузеев, Х.Х.Лоҡманова, Ф.Х.Мостафина, Л.Ш.Сөләймәнова, С.Р.Әлибаев һ.б., пед. белем биреүгә партияның етәкселек итеү һәм уҡытыусылар кадрҙарын әҙерләү мәсьәләләренә — Т.Х.Әхмәҙиев, М.Х.Янбарисов һ.б., төбәк һәм милли белем биреү мәсьәләләренә, уның төп үҫеш йүнәлештәренә — Д.Ж.Вәлиев, З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ш.Хәмитов, Р.В.Әлмөхәмәтов, К.Ш.Әхиәров, Б.Х.Юлдашбаев һ.б., пед. белем биреү системаһының үҫеш ҡанундарына, шарттарына, аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш этаптарына, төбәктең төрлө типтағы пед. уҡыу йорттарының үҫеш тарихына, уҡытыусылар әҙерләү йүнәлештәренә — М.Н.Фәрхшатов, Т.М.Әминев һ.б., мәктәп м‑н идара итеүҙе ғилми яҡтан ойоштороу проблемаларына, уның концепцияһын һәм локаль акттарын әҙерләүгә М.И.Ғарипов, Р.Н.Ғимаев, Р.Ә.Яҡшыбаев һ.б. эштәре арналған. 

М.С.Түлебаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019