Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМӘНЛЕҠУЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 704

ИМӘНЛЕҠУЛ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Имәнлеҡул а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 661 кеше; 1920 — 935; 1939 — 1028; 1959 — 941; 1989 — 679; 2002 — 909; 2010 — 761 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры, “Йәшелташ” халыҡ бейеү ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1692 й. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 11 йортта 113 кеше йәшәгән, 1865 й. 57 йортта — 333 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. А.Х.Шәрипов, Р.М.Шәрипов, Т.М.Шәрипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019