Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАНАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 664

ҠАРАНАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡушаяҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 220 кеше; 1920 — 357; 1939 — 215; 1959 — 229; 1989 — 134; 2002 — 185; 2010 — 170 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 17 б. 40‑сы йй. Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Ҡаранай Тимербулатов исеме м‑н аталған. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырған ваҡытта яндырылған, һуңынан ҡайтанан төҙөлгән. 1795 й. 7 йортта 32 кеше йәшәгән, 1865 й. 29 йортта — 170 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 5 һыу тирмәне теркәлгән. Ҡ. янында Ҡаранай ҡурғандары бар. Н.М.Нурмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019