Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛСЕ, Учалы р-нындағы ауыл

Просмотров: 926

ИЛСЕ, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсе а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Шартым т. юл ст. К. табан 8 км алыҫлыҡта Ҡурыуҙы й. (Уй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 2064 кеше; 1920 – 2443; 1939 – 1439; 1959 – 1386; 1989 – 1102; 2002 – 1203; 2010 — 1143 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Илсе Әсәнов исеме м‑н аталған. 1795 й. 32 йортта 222 кеше йәшәгән, 1866 й. 173 йортта – 1168 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, 2 мәктәп, ел тирмәне теркәлгән. У.С.Вилданов, Х.С.Вилданов, Р.А.Фәтҡуллин, Л.И.Шарапова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019