Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛӘКШИҘЕ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 945

ИЛӘКШИҘЕ, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 106 км алыҫлыҡта Ташшишмә й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 612 кеше; 1920 — 827; 1939 — 694; 1959 — 575; 1989 — 299; 2002 — 240; 2010 — 240 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Этәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1784 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр урынлаша). Шулай уҡ Илешәҙе исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 20 йортта 145 кеше йәшәгән, 1865 й. 68 йортта — 339 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған, 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. М.Ғ.Гәрәев, Х.Ә.Әзмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019