Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИМАЙ-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р-нындағы ауыл

Просмотров: 869

ИМАЙ-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 783 кеше; 1920 – 1554; 1939 – 955; 1959 – 556; 1989 – 327; 2002 – 348; 2010 — 330 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1748 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 39 йортта 241 кеше йәшәгән, 1865 й. 135 йортта — 839 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу һәм ат тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. З.Ф.Гәрәев, Ғ.Ғ.Теләшев, Р.М.Усманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019