Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1158

ҠЫҘЫЛ ШИШМӘ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Шишмә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 766 кеше; 1939 — 5374; 1959 — 4102; 1989 — 2586; 2002 — 2344; 2010 — 2274 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы, “Башуралмонолит” ЯСЙ урынлашҡан; урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Сударушки” урыҫ халыҡ вокаль ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙендә алпауыт Сахаровтан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан килгән крәҫтиәндәр Сахаров (Аҡ Шишмә) утары булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 14 йортта 58 кеше йәшәгән. 1920 й. Ҡ.Ш. (Аҡ Шишмә) ҡағыҙ ф‑каһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 1928 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ауыл ситендә Красный Ключ сығанағы бар. В.Ф.Айытов ошо ауылда тыуған.

Ф.К.Заһирова, И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019