Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАНЙЫЛҒА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 1246

ЯМАНЙЫЛҒА УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Нуриман р‑ны Ҡыҙыл Шишмә а. урынлашҡан. Составына Яманйылға, Первомайский ағас‑таҡта әҙерләү пункттары; таҡта ярыу‑тара, ағас әйберҙәр сығарыу, ремонтлау, трактор, тепловоз, вагон цехтары; тар колеялы т. юлы (1933 й. 1‑се участкаһы файҙаланыуға тапшырылған, 60‑сы йй. уның оҙонлоғо 250 км тәшкил иткән) инә. 2004 й. 171 кеше эшләгән; 17,8 мең м3 ағас әҙерләнгән; 9,3 мең м3 төҙөлөшкә яраҡлы ағас, 1,3 мең м3 ағас‑таҡта етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1929 й. “Южураллес” тресының Яманйылға механик ағас‑таҡта әҙерләү пункты булараҡ ойошторола, 1955 й. алып “Башлес” комб‑тының (ҡара: “Башлеспром”) Я.у.с.х., 1996 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тие м‑н Н.А. Сельчук һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019