Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШТИРӘК, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 888

ИШТИРӘК, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 824 кеше; 1920 — 625; 1939 — 669; 1959 — 533; 1989 — 276; 2002 — 269; 2010 — 201 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Унлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1748 й. (14 йортта 65 ир‑ат иҫәпкә алынған) алып билдәле. 1865 й. 62 йортта 449 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019