Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШТУҒАН, Мәләүез р-нындағы ауыл

Просмотров: 759

ИШТУҒАН, Мәләүез р-нындағы ауыл, Иштуған а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 642 кеше; 1920 — 844; 1939 — 824; 1959 — 529; 1989 — 435; 2002 — 315; 2010 — 339 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 70‑се йй. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Иштуған Байрамғолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 33 йортта 219 кеше йәшәгән, 1865 й. 57 йортта — 248 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсебе булған. 19 б. аҙ. — 20 б. башында И. Дәүләтҡол а. (18 б. аҙ. нигеҙләнгән) ҡушылған, 20 б. 60‑сы йй. — Иштуған утары (19 б. аҙ. нигеҙләнгән). Ауыл эргәһендә Иштуған ҡурғандары урынлашҡан.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019