Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАБАҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1205

ҠАБАҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 991 кеше; 1920 – 1266; 1939 – 1653; 1959 – 928; 1989 – 2451; 2002 – 3072; 2010 – 3142 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). “Башстройресурс” ЯСЙ урынлашҡан. 2 урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 й. керҙәшлек килешеүе (1761 й. рәсмиләштерелгән) б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1804 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө күсеп ултыра. 1865 й. 85 йортта 544 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. Ҡ. 17 б. аҙ. нигеҙләнгән Илсекәй а. м‑н ҡушыла. Ф.Ғ.Амантаева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019