Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАЙЕРЕК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 698

ҠАРАЙЕРЕК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. 97 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 911 кеше; 1920 — 1149; 1939 — 837; 1959 — 689; 1989 — 456; 2002 — 499; 2010 — 405 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1763 й. һәм 1794 й. араһында керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 23 йортта 168 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 475 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, бакалея һәм мануфактура кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019