Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОРАЛАСЫҠ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 892

ҠОРАЛАСЫҠ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Ҡораласыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Оло Балыҡлы й. (Ашҡаҙар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1172 кеше; 1920 – 1395; 1939 – 1242; 1959 – 1160; 1989 – 694; 2002 – 638; 2010 – 553 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәкерҙәш башҡорттар нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. 1783 й., 1807 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар (һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 й. 11 йортта 64 башҡорт йәшәгән (типтәрҙәр т‑да мәғлүмәттәр юҡ), 1865 й. 64 йортта – 514 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, татар мәктәбе, 3 һыу тирмәне, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. Р.И.Хөснөтдинов, Х.З.Әбдрәшитов ошо ауылда тыуған.

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: