Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘБУЛАТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 852

КИНЙӘБУЛАТ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Тәйрүк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 729 кеше; 1920 — 854; 1939 — 927; 1959 — 756; 1989 — 793; 2002 — 950; 2010 — 1058 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Кинйәбулат Аҙнағолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 143 кеше йәшәгән, 1865 й. 89 йортта — 396 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Б.С.Ғәлимов, С.Ғ.Ишмырҙин, Ә.Ғ.Ишмырҙин, Р.Ф.Мифтахов, Т.Ғ.Халиҡов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019