Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНГӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 677

КӨНГӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Көнгәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 60 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 150 км алыҫлыҡта Көнгәк й. (Сарыс й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 923 кеше; 1920 — 1129; 1939 — 954; 1959 — 746; 1989 — 718; 2002 — 718; 2010 — 602 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Йәдкәр” халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Балыҡсы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1784 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 76 йортта 476 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: