Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНДУСТРИЯЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 2014

ИНДУСТРИЯЛАШТЫРЫУ, эре машина производствоһын булдырыу процесы, аграр йәмғиәттән индуст- риаль йәмғиәткә күсеү. Башҡортостанда И. 19 б. 70‑се йй. тау сәнәғәтендә башлана, акционерҙар йәмғиәте һәм компаниялары ойоштороу, сит ил (Англия, Бельгия, Франция) капиталының үтеп инеүе м‑н бергә бара. Металлургия заводтары, приискылар һәм рудниктар үҫә; яңы цехтар төҙөлә, ҡорамалдар яңыртыла. Тимерҙе крица ысулы м‑н алыу пудлинг алымы м‑н алмаштырыла, бессемор конверторҙары һәм мартен мейестәре индерелә. Һөҙөмтәлә 1860—89 йй. суйын иретеү — 2,3 тапҡырға, ҡорос — яҡынса 18, тимер етештереү — 1,4, алтын табыу 1,5 тапҡырға арта. 19 б. 90‑сы йй. тау сәнәғәте тармағында И. Һамар—Златоуст т. юлы (ҡара: Тимер юлдар) төҙөлгәндән һуң үҫеш ала. Фабрика‑завод сәнәғәте (Уралда тулайым продукция күләме б‑са 3‑сө урын), аҙыҡ‑түлек сәнәғәте, кирбес (ҡара: Кирбес заводтары), күн (ҡара: Күн заводтары) һәм буҫтау (ҡара: Буҫтау фабрикалары) етештереү, транспорт алға китә. СССР ХКС‑ының 1930 й. 28 окт. “Башҡорт АССР‑ында сәнәғәтте үҫтереү тураһында” ҡарары И. яңы осорон башлай, ҡарарға ярашлы, Башҡортостанда заводтар, фабрикалар, ш. иҫ. төҫлө металлургия пр‑тиелары төҙөлә. 1929—32 йй. Өфөлә 1 Май ис. Өфө шырпы ф‑каһына (ҡара: “Өфө шырпылары”), Үҙәк электр станцияһына нигеҙ һалына. 1933—35 йй. Өфө фанер комбинаты, ҡағыҙ ф‑каһы, ағас бысыу з‑ды һәм Башҡ‑н дуплау матдәләре з‑дынан (ҡара: “Дубитель”) торған Өфө сәнәғәт комплексы ойошторола. 1931 й. Өфө р‑ны Богородский а. комбайн моторҙары з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе), 1932 й. Ишембай нефть промыслаһы (ҡара: Нефть сығарыу сәнәғәте) төҙөлөшө башлана. 1‑се биш йыллыҡта (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) бөтәһе 35 яңы завод, фабрика, электр станцияһы төҙөлә. Тулайым сәнәғәт продукцияһы сығарыу 2 тапҡырға үҫә, уның халыҡ хужалығында тотҡан өлөшө арта (1928 й. — 21%, 1932 й. — 50%). 1933—42 йй. яңы сәнәғәт тармаҡтары (ҡара: Машиналар эшләү) барлыҡҡа килә, иҫке пр‑тиелар, тимер юл транспорты техник яҡтан ҡайтанан ҡорамалландырыла, йылға транспорты яңыртыла һ.б. Ишембай—Өфө нефть үткәргесе, Өфө—Ишембай т. юлы, Ишембай нефть ҡыуыу һәм Өфө крекинг з‑дтары (Өфө нефть эшкәртеү заводы) төҙөлә, авиация двигателдәре етештереү үҙләштерелә; төҫлө һәм ҡара металлургия, ағас эшкәртеү сәнәғәте артабан үҫеш ала. 1942 й. төҙөлгән һәм яңыртып ҡоролған пр‑тиелар өлөшөнә сәнәғәт продукцияһының яҡынса 93%‑ы тура килә. И. урбанизацияның йылдамланыуына, эшселәр һәм хеҙм‑рҙәр һанының артыуына, йәшәү һәм белем биреү кимәленең күтәрелеүенә һ.б. алып килә. Ҡеүәтле сәнәғәт һәм үҫешкән а.х. бергә ҡушылыуы Башҡортостанда И. үҙенсәлеге була.

Әҙәб.: Саяхов Ф.Л. Осуществление ленинского плана построения социализма в Башкирии (1926—1937). Уфа, 1972.

М.М.Ҡолшәрипов, М.Б.Ямалов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019