Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАНАТ, арҡан

Просмотров: 1237

КАНАТ, арҡан, ҡорос сымдарҙан, ептәрҙән, үҫемлек сүстәренән, синтетик йәки минераль сығышлы сүстәрҙән яһалған һығылмалы изделие. Яһау ысулы б‑са ишелгән (сиратылған), ишелмәгән, үрелгән К. бүленә. Металл (ҡорос) К. түңәрәк йәки фасон (алты ҡырлы, тура мөйөшлө, квадрат) киҫелешле сымдарҙан эшләнә. Ишелгән түңәрәк К. бер ҡат спираль (үҙәктәге сым тирәләй бер йәки бер нисә концентрик ҡатлам ишеү), ике ҡат (үҙәк тирәләй йәки унһыҙ икенсел спираль К. ишеү), өс ҡат (төп үҙәк тирәләй арҡан конструкциялы К. икенсел ишеү) ишелешле була. Ҡатнаш ишелгән К. — киндер йәки полипропилен һәм ҡорос сымдан; ишелгәндәре — спираль урама йәки ҡыҫҡыс м‑н ҡыҫып тығыҙ һалынған ҡорос сым йәки спираль К. төркөмдәренән, үрелгәндәре йоп һанда үрелгән шәлкемдәрҙән яһала. Металл булмаған К. асбест, синтетик (полипропилен, капрон, полиамид, нейлон һ.б.), киндер, мамыҡ сүстәрҙән ишелә. 20 б. 50‑се йй. алып төрө һәм тәғәйенләнеше төрлө булған ҡорос К. Белорет металлургия комбинатында (БМК) сығарыла: 1952 й. башлап — цинкланған, 1965 й. — айырыуса ныҡ, 1976 й. — арматура, таль, һығылмалы деформацияға дусар ителгән шәлкемдәрҙән яһалған К. (ауыр конструкцияларҙы монтажлау өсөн), 2007 й. — дүрт шәлкемле һ.б. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында 90‑сы йй. уртаһында К. оҙонлоғон билдәләү өсөн СИ‑1М тибындағы импульстар иҫәпләгесе эшләнеп, БМК‑ла индерелә. 1991—2002 йй. “Контакт” пр‑тиеһы (Сибай ҡ.) йөк күтәреү механизмдарын йыһазландырыу, строповкалар яһау һ.б. өсөн ЛК‑Р тибындағы төрлө диам. К. етештерә. 

Н.Ф.Клыгин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: