Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘҘИМСЕЛЕК

Просмотров: 1333

ҠӘҘИМСЕЛЕК (ғәр. ҡәҙим — иҫке), Урал-Волга буйы мосолмандарының консерватив идея-сәйәси һәм дини хәрәкәте. 19 б. аҙ. капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашҡандан һуң төрки-мосолман йәмғиәтендә барған үҙгәрештәргә яуап рәүешендә барлыҡҡа килә; йәдитселеккә ҡаршы тора. Ҡ. исламдың формалашҡан әхлаҡи ҡиммәттәрен һәм ин‑ттарын үҙгәртмәй һаҡлауға йүнәлтелгән була. Ишандар И.Динмөхәммәтов, Ғәлекәевтәр, Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев, М.Ә.Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйеновтар) һ.б. төрки-мосолман йәмғиәтенең берҙән‑ бер үҫеш юлын шәриғәт ҡанундарын үтәүҙә күрә. Ҡәҙимселәр дини фундаменталист була һәм хөкүмәт тарафынан мосолмандарҙың хоҡуҡтары боҙолған мәлдә ислам — йәмғиәтте ойошторған һәм тотороҡландырған факторҙарҙың береһе тип һанай; Ҡөрьән һәм Сөннәне заманса аңлатыуҙы кире ҡаға; мәктәп реформалары үткәреүгә, төрлө ижт. өлкәләрҙә (ғаилә, көнкүреш һ.б.) барған европалаштырыуға ҡаршы сыға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығын танымай. Башҡа халыҡтар м‑н мөнәсәбәттәрҙә Ҡ. яҡлылар төрки‑мосолмандарҙы урыҫлаштырыуға һәм христианлаштырыуға ынтылышты күрә. Бөтә төр яңылыҡты (мәктәптәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә грамотаға уҡытыуҙың яңы ысулдары, Европа тибындағы кейем һ.б.) ислам нигеҙҙәренә ҡаршы төшөү (бидғәт) тип иғлан итә, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тормошсан мәнфәғәттәренә хәүеф килтерә тип иҫәпләй. Урта Азияның мөҙәристәр әҙерләгән мосолман уҡыу йорттарын тамамлаусылар етәкселек иткән Ҡарғалы мәҙрәсәһе, Миҙиәк мәҙрәсәһе һ.б. ҡәҙимселек рухында була. Башҡортостанда башҡ. һәм татар ҡәҙимселәренең төп матбуғат баҫмаһы “Дин үә мәғишәт” (“Дин һәм тормош”; ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты) ж. була. 20 б. башында ҡәҙимселәр м‑н йәдитселәр араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ кәмей, урындағы халыҡтарҙың милли-дини мәнфәғәттәрен яҡлауҙа улар йыш ҡына бергә сығыш яһай, ләкин көрәш ысулдарына, йәмғиәттең яңырыу тиҙлегенә ҡараштары айырыла. Революциянан (1917) һуң ҡәҙимселәрҙең күбеһе (М.М.Камалетдинов, Ҡорбанғәлиев, М.Ғ.‑Ғ.Ҡорбанғәлиев, Ғ.Ҡапҡаев һ.б.) монархия ҡоролошо яҡлы сығыш яһайҙар, оппоненттарының күпселеге, ш. иҫ. Ә.Ә.Вәлидов, илдә демократик үҙгәртеп ҡороуҙар яҡлы була.

Әҙәб.: Ямаева Л.А. Мусульманский либерализм начала ХХ века как общественно‑политическое движение (по материалам Уфимской и Оренбургской губерний). Уфа, 2002.

М.Н.Фархшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: