Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛЕМ МӘСЕТЕ

Просмотров: 1354

КИЛЕМ МӘСЕТЕ, 1821 й. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) Тәвкилевтәр аҡсаһына төҙөлә. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында. К.м., Килем һарайы, үрге һәм түбәнге парктар берҙәм һарай‑усадьба комплексын хасил итә. Мәсет (27х11 м) таштан, 2 ҡатлы, һыҙмала тура мөйөшлө, 4 яҡлы ҡыйыҡлы була; стенаһы яндырылған ҡыҙыл кирбестән һалына. Манараһы бинаның уртаһында урынлашҡан (көмбәҙе м‑н бергә бейеклеге — 25 м). К.м. ситке фасадтары аҫтан өҫкә тиклем пилястрҙар м‑н биҙәлгән. 1‑се ҡатта хужалыҡ бүлмәләре, 2‑сеһендә 2 намаҙ залы, уларҙың береһендә Ҡөрьән сүрәләре яҙып биҙәлгән михраб урынлашҡан. 1930 йй. уртаһында мәсет ябыла, бинаһы клуб итеп үҙгәртелә. 1955 й. бинаның 2‑се ҡаты емертелә. 2002 й. Ғилмипроизводство үҙәге аҡсаһына мәсет м‑н манара тергеҙелә (етәксеһе О.И.Бойко, архитекторҙары Р.И.Кирайдт һәм Р.М.Вәлиева). 2003 й. алып мәсет эргәһендә ислам нигеҙҙәрен һәм ғәрәп телен өйрәнеү курстары эшләй. Имам‑хатиптары: А.Усманов (1879—1921), М.Х.Үлмәҫҡолов (1995 й. алып). Бина — архитектура ҡомартҡыһы һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы.

Р.М.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: