КУРНАЕВ Сергей Фёдорович
1159
КУРНАЕВ Сергей Фёдорович (15.9.1909, Мәскәү губернаһы Павловский Посад а. — 22.7.1992, Мәскәү ҡ.), геоботаник, урмансы. Биология фәндәре кандидаты (1980). МДУ‑ны тамамлаған (1931). 1935—44 йй. Башҡортостан тупраҡ‑ботаника бюроһында (Өфө ҡ.), БАХИ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Урта Волга, Рәсәйҙең Европа өлөшө, Башҡортостандың флораһын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүгә арналған. К. — тәүге “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы картаһы” авторы (1941).
Хеҙм.: Лесорастительное районирование СССР. М., 1973; Теневые широколиственные леса Русской равнины и Урала. М., 1980.
Е.В.Кучеров
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.09.2022
Энциклопедиялар: