Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕКТӘР ДОНЪЯҺЫ

Просмотров: 2366

ҮҪЕМЛЕКТӘР ДОНЪЯҺЫ, Ерҙең йәки уның айырым терр‑яларының үҫемлектәр төркөмө йыйылмаһы. Ү.д. таралыуы башлыса дөйөм климат шарттары м‑н билдәләнә, зона һәм бүлкәтлелек ҡанундарына буйһона. Тәбиғәт (климат, рельеф, тупраҡ һ.б.), антропоген (көтөүлек, бысраныу, рекреация һ.б.) факторҙар йоғонтоһонда формалаша. Ү.д. мөһим билдәһе булып яруслылыҡ, синузиаль структура, миҙгелле ритмдар һ.б. тора. Ү.д. — биологик ресурстар сығанағы, йылға аҡмаһы режимын һәм атмосфераның газ составын көйләй. Ү.д. һаҡлау өсөн антропоген йөкләнеште оптималләштереү һәм махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһын үҫтереү мотлаҡ. Ү.д. таралыуының зона законлыҡтары геоботаник, ботаник-географик районлаштырыуҙың нигеҙе булып тора. Универсаль үҫемлектәр классификацияһына ярашлы типтар (тундра, тайга һ.б.), типтарҙың төркөмдәре, йәки свиталары (тропик, төньяҡ тропик булмаған һ.б.), өлкәләр (голарктик, пантропик һ.б.); Браун‑Бланке ысулына ярашлы — болон, рудераль, сегеталь, дала Ү.д., һыу макрофиттары берләшмәләре һ.б. айырыла. Башҡортостан терр‑яһында урман, урман‑дала, дала Ү.д. таралған, уларға ярашлы тәбиғәт зоналары хас. Ү.д. күп төрлөлөгө респ. физик‑географик урыны, тауҙарҙа — ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге м‑н бәйле. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә (Ҡаратау, Елмәрҙәк һ.б. һырттарҙа) киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандар таралған, аҙаҡ улар бейеклектә ҡара ылыҫлы тайга м‑н аралашып һирәгәйә, бейек тау болондары м‑н аралашып ярым яланғас бүлкәт барлыҡҡа килтерә, ул үҙ сиратында, яланғас бүлкәттең тундра һымаҡ берләшмәләре м‑н алышына. Башҡ‑н (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә (Йылайыр яйлаһы, Уралтау, Баштау, Ҡыраҡа һырттары) —ҡарағай һәм ҡарағастан торған асыҡ ылыҫлы урмандар, көнсығыш битләүендә — ҡайын урман‑дала (хужалыҡ өсөн үҙләштерелеүенә тиклем был терр‑яны асыҡ ылыҫлы, башлыса, ҡарағас урмандары биләгән булған, тип фараз ителә), көнбайышта, дымлылығы юғарыраҡ булған битләүҙәрҙә — имән, йүкә һәм ҡатнаш урмандар; Башҡортостан Урал алдының төньяҡ өлөшөндә (Кама-Ағиҙел йылғалары араһы, Өфө яйлаһы) — киң япраҡлы ҡара ылыҫлы, көньяҡҡа табан киң япраҡлы (имән, йүкә, саған һ.б. ҡатыш) урмандар осрай. Көньяҡ урмандарҙан утрауҙар барлыҡҡа килә һәм урман‑дала формалаша, ул ш. уҡ Әй‑Йүрүҙән йылғалары араһында үҫә. Дала Ү.д. (ҡара: Далалар) Уралдың көнсығыш битләүенең тау алдында тар һыҙат булып һуҙыла; Ирәндек һыртының көньяҡ өлөшөндә, Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүендә башлыса һөрөүгә яраҡлы булмаған һөҙәк битләүҙәрҙә һаҡланып ҡалған. Йылға үҙәндәрендә һыу ташыу һөҙөмтәһендә тирәк, тал урмандары һәм болондар барлыҡҡа килгән.

Күлдәргә һәм йылғаларға гидрофиттар (һыу Ү.д.) һәм гигрофиттар (яр буйы‑һыу Ү.д.) берләшмәләре тура килә, һаҙлыҡ Ү.д. осрай. Ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙың байтаҡ өлөшө икенсел ваҡ япраҡлы ҡайын, уҫаҡ, һоро еректән торған урмандар һәм болондар м‑н алыштырылған. Антропоген йөкләнештең көсәйеүе һөҙөмтәһендә Ү.д. төр составы ярлылана, көтөүлек дигрессияһы күҙәтелә. Игенселектең үҫеше агроценоздарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, был осраҡта сәсеп үҫтерелгән культуралар сегеталь ҡый үләндәре м‑н берләшә. Торама пункттарҙа парктар һәм баҡсалар булдырылған, уларҙа күп интродукцияланған төрҙәр күҙәтелә, рудераль берләшмәләр формалаша (ҡара: Антропоген үҫемлектәр).

Әҙәб.: К р а ш е н и н н и к о в И.М., К у ч е р о в с к а я - Р о ж а н е ц С.Е. Растительность Башкирской АССР. Т.1. М.; Л., 1941; Ж у д о в а П.П. Геоботаническое районирование Башкирской АССР. Уфа, 1966.

Б.М.Миркин, А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.06.2023