Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҠУҢЫР БУҒА”, эпос

Просмотров: 1170

ҠУҢЫР БУҒА”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәй. Тәүге тапҡыр 1865 й. Р.Г.Игнатьев тарафынан яҙып алына һәм “Ырымбур губернаһы ведомостары”нда (“Оренбургские губернские ведомости”) баҫылып сыға. Эпостың ш. уҡ исемле варианттары М.А.Буранғолов, К.Мәргән, Ғ.Сәләм, Р.Шәкүр тарафынан яҙып алынған. “Ҡ.б.” хайуандар т‑дағы башҡ. хикәйәттәре циклына ҡа‑ рай (“Аҡһаҡҡола”, “Ҡара юрға”). Әҫәрҙә башҡорттарҙың бәхет һәм муллыҡ килтерә торған изге хайуан т‑дағы боронғо инаныуҙары сағыла. Эпос героиняһы, кейәүгә сыҡҡас, тыуған өйөнән йыраҡҡа йәшәргә китә. Уға бирнәгә ҡуңыр һыйыр бирәләр. Бер нисә йылдан һуң ошо һыйырҙың быҙауҙары Ҡуңыр буғаға эйәреп, йәйләүҙе ташлап сығып китә. Хужабикә уларҙы йыр (ҡара: “Ҡуңыр буға”) м‑н саҡырып, арттарынан бара. Хайуандар уны ата‑әсә йортона алып килә. Ҡыҙҙы тыуған йортона алып килгән һәм кире алып киткән юлды халыҡ “Ҡуңыр буға юлы” тип атай. Эпостың 10‑дан ашыу варианты Ғилми архивта һаҡлана, улар БР һәм Ырымбур терр‑яларында, Һамар өлк. яҙып алынған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019