Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“КЫЗЫЛ ТАҢ”, гәзит

Просмотров: 1500

“КЫЗЫЛ ТАҢ”, (“Ҡыҙыл таң”), ижт.‑сәйәси һәм мәҙәни гәзит. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр татар телендә сыға. Тиражы — 12,5 мең дананан ашыу (2012). Тарихы “Башҡурдистан” гәз. башлана, 1924 й. авг. алып татар телендә “Яңы ауыл” исеме м‑н үҙ аллы гәзит булараҡ сыға, 1930 й. — “Коммуна”, 1944 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1941 й. июленән 1944 й. февр. тиклем нәшер ителмәй. Гәзит биттәрендә респ. ижт.‑сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошо, ауылды, агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьәләләре яҡтыртыла, әҙәбиәт, фән, мәҙәниәт, сәнғәт, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, спорт һ.б. өлкәһендәге ҡаҙаныштар сағылдырыла, тарих б‑са материалдар баҫыла. Рубрикалары: “Беҙҙең ҡарашҡа”, “Иҡтисади күҙәтеү”, “Ауыл тормошо”, “Замандаш”, “Донъя был...” һ.б. 2003 й. алып ай һайын татар телендә “Әллүки” балалар журналын сығара. Гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1968). Баш мөхәррирҙәре: М.А.Йосопов (1924 й. алып), Ғ.Х.Ғәббәсов (1926 й. алып), И.Насыри (1931—32, 1936—37), М.Ә.Бикбулатов (1932 й. алып), Ш.Т.Шәймәрҙәнов (1939 й. алып), Ғ.Ә.Ризуанов (1937, 1944), Ғ.Н.Алмаев (1944—48, 1951—64), Ғ.В.Ғөзәйеров (1948 й. алып), Ф.Ғ.Шаяпов (1950—51), Т.И.Ахунйәнов (1964 й. алып), Р.М.Дашкин (1967 й. алып), М.Ғ.Мөлөков (1986 й. алып), Р.Н.Ханнанов (1991 й. алып), М.Н.Муллаҡаев (1994 й. алып), Ф.К.Фәтхетдинов (2001 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019