Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОВАЛЁВА Лиана Ароновна

Просмотров: 1267

КОВАЛЁВА Лиана Ароновна (22.12.1951, Өфө ҡ.), физик. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2020), БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) шунда уҡ эшләй: 1976 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2003 й. — ғәмәли физика кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге күҙәнәкле мөхиттәр физикаһына һәм тотош мөхиттәр механикаһына, дисперслы һәм күп компонентлы системалар термодинамикаһына, ғәмәли мәсьәләләрҙе сисеүгә арналған. К. тышҡы физик ҡырҙар (ш. иҫ. юғары йышлыҡлы электромагнит ҡыры) тәьҫир иткәндә күп фазалы системаларҙы фильтрлау һәм күп компонентлы системаларҙа йылылыҡ һәм масса күсерелеүе күренештәренә тикшереү үткәрә; юғары ҡуйылыҡтағы нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү ысулын тәҡдим итә. Уның тарафынан юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырының күп компонентлы системалар менән тәьҫир итешеүе сәбәпле барлыҡҡа килгән электро-термодиффузия күренеше асыла.

     Хеҙм.: Термодинамика и явления переноса в дисперсных системах в электромагнитном поле. Уфа, 1998 (авторҙ.); Неравновесная термодинамика дисперсных систем в электромагнитном поле. Уфа, 2000 (авторҙ.); Некоторые аспекты взаимодействия электромагнитных полей с по- ляризующими средами. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Р.Ә.Яҡшыбаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2021