Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАГНИТОРАЗВЕДКА

Просмотров: 1364

МАГНИТОРАЗВЕДКА, м а г н и т м е н ә н т ө ш ө р ө ү, Ерҙең магнит ҡырын, тау тоҡомдарының һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың магнит сифаттарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Ер өҫтө (майҙан һәм профиль), һауа (аэромагнит), скважина М. айырыла. М. башҡа геофизик ысулдар менән комплекста майҙандарҙың геологияһын өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау маҡсатында ҡулланыла. Уртаса һәм ҙур масштаблы М. тимер мәғдәндәрен эҙләүҙә геофизик комплекстың төп ысулы һанала, шулай уҡ алмаслы кимберлиттар, ҡайһы бер алтын, баҡыр һ.б. мәғдәндәрҙе эҙләүҙә ҡулланыла. 1:50000, 1:25000 һәм 1:10000 масштабында башҡарыла. 20 б. 60—90‑сы йй. БР территорияһында — 1:50000, Башҡорт мегантиклинорийында һәм Магнитогорск бөгөлөндә 1:25000 һәм 1:10000 масштабында аэромагнит менән төшөрөү үткәрелә; 1:200000 масштабында аэромагнит аномалиялары картаһы төҙөлә. БР территорияһы ер өҫтөндәге төшөрөүҙәр менән тигеҙ өйрәнелмәгән; платформа өлөшөндә 1:100000 масштабында ҙур булмаған участкалар төшөрөлгән. Төбәк сейсмик профилдәре буйлап 100 м аҙым менән юғары теүәллекле магнит менән төшөрөү үткәрелә. Башҡ. мегантиклинорийы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы 1:50000, 1:25000, 1:100000 масштабында өйрәнелгән. Вулкан һәм ултырма тоҡомдарҙағы магнетит минераллашыуы менән бәйле булған магнит ҡырының көслө ыңғай аномалиялары Учалы һәм Белорет мәғдән райондарында асылған.

А.А.Цветкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: