Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЬГОЛОГИЯ, фикология

Просмотров: 1246

АЛЬГОЛОГИЯ (лат. аlga — ылымыҡ һәм ...логия), фикология, ботаниканың ылымыҡтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. 20 б. уртаһынан А. үҫеше электрон техника, биохимик анализ һәм таҙа культура ысулдары, ылымыҡ штамдары коллекцияларын төҙөүҙе ҡулланыу м‑н бәйле. Хәҙ. А. ылымыҡтарға морфологик, физиологик‑биохимик, флористик, экологик һ.б. тикшеренеүҙәр үткәрә. Башҡортостан ылымыҡтары т‑да тәүге мәғлүмәттәр Ю.К.Шелдың фәнни хеҙмәттәрендә килтерелә (1883). 20 б. 40‑сы йй. Я.В.Ролл етәкс. украин альгологтары Өфө тирәһендә Ағиҙел й. һәм Ҡандракүлде өйрәнә. 60‑сы йй. аҙ. Башҡорт дәүләт университетында Р.Ғ.Миңлебаев етәкс. дала, урман‑дала тупрағында, Ағиҙел, Дим, Өфө йй. һыубаҫар туғайҙарында таралған ылымыҡтарҙы тикшереү башлана (500‑ҙән ашыу төр табыла). Һуғарылыусы культуралы көтөүлектәрҙең альгоценоздары, тупраҡ альгобергәлектәренең ойошҡанлығы (ылымыҡтарҙың был бергәлектәрҙә таралыу һәм үҫеш законлылыҡтары тасуирлана), эрозиялы тупраҡта үҫеүсе ылымыҡтар һәм уларҙың тупраҡ структураһын яҡшыртыуҙағы роле өйрәнелә. 70‑се йй. аҙ. алып Асылыкүл, Ҡандракүл, Павловка һыуһаҡлағысы, Ағиҙел й. һәм Башҡортостандың башҡа һыу ятҡылыҡтарының фитопланктоны өйрәнелә. Экологик мониторинг үткәреү өсөн фитопланктондың ҙурлыҡ‑морфологик классификацияһы эшләнә. Шифалы ләм һәм бентостың (Ф.Б.Шкундина), экотон бергәлектәрҙең (М.Ю.Шәрипова), ҡала экосистемалары (Н.В.Суханова) ылымыҡтарын өйрәнеү, ылымыҡтарҙы популяцион‑экологик тикшереү (И.Е.Дубовик) алып барыла; экосистемаларҙың альгоценоздарын өйрәнеүгә экологик‑ценотик юлдар эшләнә (Г.Ғ.Ҡужәхмәтов). 90‑сы йй. сәнәғәт экологияһы өлкәһендә альгологик тикшеренеүҙәр башлана: альгоценоздарҙың сәнәғәт кәҫтәрендә эшмәкәрлеген баһалау, төрлө субстраттарҙың, өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙең ағыулы булыуын асыҡлағанда альготест үткәреү (Р.Р.Кәбиров). Түгелгән нефттең тарҡалыу процестарында ылымыҡтарҙың роле асыҡлана, ағынты һыуҙарҙы таҙартыу өсөн хлорелланы үрсетеү б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Н.Ә.Кирәева, З.Н.Сәйфуллина һ.б.); һыу алыу ҡоролмалары альгофлораһының сифатын һәм һанын анализлау методикалары тәҡдим ителә (Л.Н.Мартыненкова).

Әҙәб.: Дубовик И.Е. Водоросли эродированных почв и альгологическая оценка почвозащитных мероприятий. Уфа, 1995; Кабиров Р.Р. Альготестирование и альгоиндикация (методические аспекты, практическое использование). Уфа, 1995.

Г.Ғ.Ҡужәхмәтов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019