Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕНТОС

Просмотров: 2309

БЕНТОС (гр. bénthos — тәрәнлек), һыу ятҡылыҡтары төбөндәге ләмдә һәм уның өҫтөндә йәшәүсе организмдар берләшмәһе. Үҫемлек (фитобентос) һәм хайуан (зообентос) Б. айырып йөрөтөлә. Фитобентостың күп төрҙәре һыу төбөнә тамырҙары йәки ризоидтары м‑н нығына; уларҙың ҡайһылары тулыһынса һыуҙа була (йәшел ылымыҡтар, хара ылымыҡтары, фонтиналис мүге), башҡаларының һыу өҫтөндә сәскәләре (ҡыуыҡлы үлән, ураут, һыу ебәге, элодея), өсөнсөләренең — япраҡтары һәм сәскәләре урынлаша (аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ һ.б.), дүртенселәре — тулыһынса тиерлек һыу өҫтөндә (екән, ҡуһа, ҡамыш, ҡырҡбыуын). Фитобентостың башҡа вәкилдәре (диатом ылымыҡтар) һыу ятҡылыҡтары төбөнөң өҫтөндә һәм һыу аҫты предметтарында урынлаша. Зообентоста ләм ҡатламында йәшәүсе хайуандар — инфауна (аҙ төклө селәүсендәр, трубочниктар), һыу төбөнөң өҫтөндә хәрәкәт итеүселәр — онфауна (ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар), субстратҡа нығынғандар — эпифауна (болоттар, дрейссендар, һимерүләндәр), һыу төбөнә яҡын йөҙөүселәр һәм даими рәүештә һыу төбөнә төшөүселәр — нектобентос (һыу мыры, энәғараҡтар, яҙһөйәр балағорттары, ш. уҡ балыҡтар — густера, ҡорбан, табан балыҡ, шамбы, эт балығы һ.б., һөлөктәр) айырыла. Организмдарҙың ҙурлығы б‑са макробентос (5—10 мм алып һәм эрерәк — күпселек һыу төбөндә йәшәүсе хайуандар), мейобентос (0,5—5 мм — ләмдең өҫкө ҡатламы организмдары), микробентос (0,5 мм бәләкәйерәк — бер күҙәнәкле организмдар) айырыла. Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарының зообентосы 20 б. 70‑се йй. башынан Башҡорт дәүләт университетында (М.Ғ.Баянов, В.Г.Боев) өйрәнелә. Һимерүләндәр (2 төр), болоттар һәм гидралар (3‑әр), һөлөктәр (11), ҡыҫала һымаҡтар (12), яҙһөйәр балағорттары (17), ҡаты ҡанатлылар (59), ҡандалалар (37), серәкәйҙәр (10), һуҡыр себендәр (21), һыу мыры (32), күгәүендәр (37), шишмә күбәләктәре (68), энәғараҡтар (47), хирономидтар (126) асыҡлана. Фитобентос (ылымыҡтар) 70‑се йй. уртаһынан БДУ‑ла (Ф.Б.Шкундина) өйрәнелә. Бентос организмдары тәбиғәттә матдәләр әйләнешендә мөһим роль уйнай. Улар балыҡ, ҡош, имеҙеүселәр өсөн аҙыҡ булып тора, медицинала ҡулланыла (бүздәк, һары томбойоҡ).

Әҙәб.: Боев В.Г. Зообентос некоторых водоёмов Южно‑Уральского заповедника //Итоги научных исследований биологического факультета Башкирского государственного университета за 1995 год. Уфа, 1996; шул уҡ. Обитатели дна (бентос) //Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998.

М.Ғ.Баянов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019