Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛЛ КОМПЛЕКСЛЫ КАТАЛИЗ

Просмотров: 1260

МЕТАЛЛ КОМПЛЕКСЛЫ КАТАЛИЗ, металдарҙың комплекслы берләшмәләре м‑н катализ (башлыса, күсемле). Металл комплекстар м‑н субстрат молекулалар комплексын барлыҡҡа килтерә, координация өлкәһендә улар йоғонто яһаған өлөшсәләр м‑н яҡын була. Үҙәк атом катализаторы булған субстрат молекулаларҙың комплексы барлыҡҡа килеүе арҡаһында химик бәйләнеш көсһөҙләнә һәм улар өҙөлгән саҡта активлаштырыу энергияһы кәмей, металл комплексына ингән субстрат молекулаларҙың акцептор йәки донор сифаты көсәйә, ҡайһы бер элементар реакцияларҙың (мәҫ., окисланған ҡушылыу һәм кире тарҡалыу) молекуляр орбиталдәренең симметрияһы б‑са тыйыуҙы алыу, металл комплекстың координация өлкәһендә күп электронлы окисланыу‑ҡайтарылыу реакцияһына инеү мөмкинлеге тыуа. М.к.к. гомоген һәм гетероген төрҙәрен айыралар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа М.к.к. кофакторҙар сифатында металл иондары булған ферменттарҙың хәрәкәт итеү механизмына оҡшаш. Металл комплекс нигеҙендәге катализаторҙарҙы гидрирлау, изомерлаштырыу, олигомерлаштырыу, полимерлашыу, олефиндарҙы, ацетилендарҙы карбонирлау һәм метатезислау, олефиндарҙы окислау (мәҫ., этиленды ацетальдегидҡа), метанолды уксус кислотаһына карбонирлау, алкилароматик углеводородтарҙы окислау һ.б. өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башында С.Р.Рафиҡов инициативаһы м‑н һәм Ю.Б.Монаков етәкс. эйәртеүле диендарҙы ионлы‑координациялы полимерлаштырыуҙа М.к.к. ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана. Стереорегуляр каучукты етештереү сәнәғәте өсөн юғары алюминорганик берләшмәләр м‑н модифицирланған комплекслы титан һәм ванадийҙан торған катализаторҙар эшләнә. Г.А.Толстиков етәкс. туйындырылмаған һәм төрлө атомлы берләшмәләрҙең гидроперекислы окисланыуы, ш. уҡ эйәртеүле диендарҙы олигомерлаштырыу өсөн М.к.к. ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана; В.П.Юрьев тарафынан олефиндарҙы һәм диендарҙы гидросилирлау һәм гидрогермелирлау реакцияһында М.к.к. ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә; У.М.Джемилев етәкс. — М.к.к. марганец, баҡыр, палладий, титан, цирконий һ.б. берләшмәләр нигеҙендә эйәртеүле һыҙыҡлы һәм циклик олигомерлаштырыу, хәрәкәтсән водород атомы булған берләшмәләрҙе (аминдар, гетероолефиндар) гетероцикллау һәм теломеризациялау, гетероциклдар һәм полициклик көсөргәнешле углеводородтарҙы синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Олефин һәм ацетилендарҙы этилмагнирлау һәм цикллы металлирлау каталитик реакциялары асыла (ҡара: Джемилев реакцияһы). 90‑сы йй. алып Органик химия ин‑тында (Монаков һ.б.) эйәртеүле диендарҙы ионлы‑координациялы полимерлашыу, винил мономерҙарҙы күсемле һәм ерҙә һирәк элементтар металл комплексы тәьҫирендә комплекслы‑радикал полимерлашыу процестары барышында структураны һәм актив үҙәктәр формалашыу механизмын өйрәнеү алып барыла. Диендарҙың полимерлашыу реакцияһында М.к.к. күп үҙәкле механизмы теорияһы тәҡдим ителә һәм эксперименталь яҡтан иҫбат ителә. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында Джемилев етәкс. кластерлы углеводородтар, бәләкәй, урта һәм макрометалл цикллы күсемһеҙ металдар химияһы исемле яңы ғилми йүнәлештең үҫеүенә нигеҙ һалған тикшеренеүҙәр дауам ителә. Тикшеренеүҙәр нигеҙендә селектив циклодимеризациялау, циклотримеризациялау һәм эйәртеүле диендарҙы винилициклогексендарға, 1,5‑циклооктадиендарға, 1,5,9‑цис‑, 1,5,9‑транс‑циклододекатриендарға тура соолигомеризациялау, катализаторҙар алыу, түбән һәм юғары модулле цеолиттар синтезы, олефиндарҙы гидрирлау һәм дегидрирлау өсөн гетероген тимер, никель һәм хромлы катализаторҙар, медицина һәм а.х. өсөн препараттар, майҙар, мотор майҙары өсөн присадкалар, ҡатмарлы профилле металл изделиеларҙы штамплау өсөн майлағыс‑һыуытыусы шыйыҡсалар, экстрагенттар, флокулянттар, фенол антиоксиданттары, махсус техника өсөн продукттар алыу технологияһы булдырыла. Шулай уҡ Джемилев етәкс. туйындырылмаған берләшмәләрҙе цикллы металлирлау өсөн алюминий, индий, магний һ.б. алкил сығарылмалары ярҙамында М.к.к. ҡулланыу б‑са эштәр башҡарыла.

У.М.Джемилев

Тәрж. Н.Д.Искужина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: