Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРСАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 897

ИРСАЙ, Р ы с а й а л, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Загородная т. юл ст. Т.-Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 599 кеше; 1920 — 673; 1939 — 595; 1959 — 521; 1989 — 428; 2002 — 523; 2010 — 53 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) Шиғаман исеме м‑н нигеҙ һала (керҙәшлек килешеүе 1713 й. теркәлгән). Шулай уҡ Рысай исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 56 йортта 312 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете булған. А.И.Искәндәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019