Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘНБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 624

ИҪӘНБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ишбулды а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 939 кеше; 1920 — 982; 1939 — 988; 1959 — 611; 1989 — 227; 2002 — 149; 2010 — 172 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1717 й. билдәле. 1786 й. ш. уҡ даруғаның Урман‑Гәрә улусы башҡорттары м‑н килешеү б‑са ш. уҡ шарттарҙа бында типтәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултыра. 1795 й. 37 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 46 йортта 464 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 мәсет, 3 бакалея кибете теркәлгән. Ф.С.Суфияров, К.Ф.Шафиҡова ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019