Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАСАЙЫЛҒА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 683

ҠАРАСАЙЫЛҒА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 22 км һәм Өфө т. юл ст. 80 км алыҫлыҡта Ҡарасайылға (Сәрмәсән й. басс.) буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1062 кеше; 1920 — 1494; 1939 — 1328; 1959 — 824; 1989 — 678; 2002 — 648; 2010 — 600 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, шәфҡәт туташы хеҙмәте дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы Талбаҙы а. (хәҙ. Ғүмәр а.) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Әмин а. (хәҙ. Шишмә р‑ны) мишәрҙәре нигеҙ һала. 1754 й. бында ш. уҡ шарттарҙа Себер даруғаһының Иштирәк а. (хәҙ. Балтас р‑ны) мишәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп ултыра. 1795 й. 29 йортта 179 кеше йәшәгән, 1865 й. 117 йортта — 601 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.Х.Вәлитов, Ш.Х.Солтанов, З.Ш.Шакиров, Л.М.Әхмәтйәнова, Н.М.Яҡупов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019