Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨБӘК, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 639

КӨБӘК, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Таулар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 770 кеше; 1920 — 779; 1939 — 786; 1959 — 651; 1989 — 443; 2002 — 425; 2010 — 338 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1687 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1707 й., 1710 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп урынлаша. Тәүге төпләнеүсе Көбәк Һабаҡов исеме м‑н аталған. 1795 й. 20 йортта 131 кеше йәшәгән, 1865 й. 90 йортта — 526 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тегенселек эше, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, 3 һыу тирмәне, мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Көбәк бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Көбәк булараҡ иҫәпкә алына, 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Й.Фәхретдинова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019