Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУҒАНАҠБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 769

ҠУҒАНАҠБАШ, Алатана, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ҡуғанаҡбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1002 кеше; 1920 — 1088; 1939 — 864; 1959 — 1022; 1989 — 776; 2002 — 813; 2010 — 835 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. керҙәш башҡорттар Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында типтәрҙәр килеп урынлаша. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 6 йортта 40 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған. 50‑се йй. Ҡ. 20 б. башында нигеҙләнгән Абдулла а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: