Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, эпос

Просмотров: 1036

“МӘРГӘН МЕНӘН МАЯНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала. 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Урта Баба а. (хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) М.А.Буранғолов тарафынан Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына; ҡулъяҙмаһы һаҡланмаған, машинкала баҫылған тексы Ғилми архивта һаҡлана. Идея-тематик йөкмәткеһе б‑са башҡ. халҡының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшен һүрәтләгән “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ек Мәргән” һ.б. башҡ. эпостары серияһына инә. Башҡорттар сибәр Маянһылыуҙы Нуғай ханына (ҡара: Нуғай Урҙаһы) кейәүгә биреүҙән баш тартҡас, хан башҡорттарҙың яһағын саманан тыш арттыра. Маянһылыуҙың атаһы, ҡарт ҡорбашы Нәҙершаның үтенесе б‑са, башҡорттар яңы ҡорбашын — йәш батырҙы, Мәргән ҡушаматлы егетте һайлайҙар. Мәргән ғәскәр туплап, Маянһылыуҙы әсирлеккә алған Нуғай ханына ҡаршы сыға. Хандың башын өҙөп, ханлығын ҡыйратып, батыр хан иҙеүе аҫтында булған халыҡтарҙы азат итә. 1940 й. Опера һәм балет театрында эпос мотивтары б‑са “Мәргән” операһы (Буранғолов либреттоһы, комп. А.А.Эйхенвальд, дирижёры П.М. Славинский, реж. Б.Ғ.Имашев, балетм. Н.Г.Зайцев) ҡуйыла.

Әҙәб.: Батырҙар тураһында эпос. Өфө, 1943; Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 3‑сө кит. Өфө, 1982. 

Р.Ф.Рәжәпов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019