КОГАН Лев Наумович
КОГАН Лев Наумович (20.3.1923, Екатеринбург ҡ. — 15.7.1997, шунда уҡ), философ. БР ФА‑ның почётлы академигы (1991), философия фәндәре докторы (1963), профессор (1965). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (1945) 1966 й. тиклем һәм 1977 й. алып шунда уҡ уҡыта (1961—88 йй. социология-сәйәсәт фәндәре кафедраһы мөдире), 1966—77 йй. СССР ФА Урал ғилми үҙәге Иҡтисад институтының (икеһе лә — Свердловск ҡ.) бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре культурологияға һәм мәҙәниәт социологияһына арналған.
Х е ҙ м.: Цель и смысл жизни человека. М., 1984; Человек и его судьба. М., 1988.
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов