Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОТЕХНИКА

Просмотров: 1646

АГРОТЕХНИКА (агро... һәм техника), а.х. культураларын үҫтереү ысулдары системаһы, үҫемлекселек технологияһы. А. ер эшкәртеү, ашлама ҡулланыу, сәсеү алдынан орлоҡ әҙерләү, сәсеү һәм ултыртыу, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү, урыу һәм уңышты урып алғандан һуңғы эшкәртеү инә. Ысулдарҙың һәр береһе бер нисә технологик операциянан тора. Мәҫ., сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү ерҙе йомшартыуҙы, үҫемлектәрҙе күмеүҙе, һыу һибеүҙе һәм өҫтәмә ашлауҙы, ҡый үләндәренә, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарына һәм ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшеүҙе, үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм үҫешен көйләүҙе (һабаҡ осон, артыҡ япраҡтарҙы өҙөү) һ.б. күҙ уңында тота. А. а.х. культураларының биол. үҙенсәлектәрен, хужалыҡтарҙың тупраҡ-климат һәм матди ресурстарын иҫәпкә алып, үҫемлекселектең юғары сифатлы продукцияһын килемле етештереүгә, тупраҡты эрозиянан (ҡара: Тупраҡ эрозияһы) һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡортостанда 20 б. башында үҫемлекселектә иң ябай эш ҡоралдарын һәм ҡул хеҙмәтен ҡулланыуға нигеҙләнгән 3—5 технологик ысул файҙаланылған. 60‑сы йй. алып респ. хужалыҡтарында заманса техника, электр энергияһы, юғары уңдырышлы сорттар, сифатлы орлоҡтар, пестицидтар һәм ашламалар ҡулланылған интенсив технологиялар файҙаланыла. А.х. культураларының А. технологик операцияларҙың, орлоҡ, ашлама, пестицидтар һ.б. сарыф итеүҙең исемлеге килтерелгән технологик карталар рәүешендә йыл һайын аныҡлана һәм һүрәтләнә. Борсаҡ, ҡарабойҙай, бойҙай, ужым арышы, картуф, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, виноград, сейә, ҡарағат, алмағас һ.б. а.х. культураларының зональ А. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында һәм Аграр университетта алып барыла. Камиллаштырылған технологиялар үҫемлекселектең уңдырышлылығын тәьмин итә (ц/га): иген культураларының — 30—60; картуф, шәкәр сөгөлдөрөнөң — 300—350; күп йыллыҡ үләндәрҙең (бесән) — 30—80. Респ. үҫемлекселек технологияһының үҫеше Н.Р.Бәхтизин, В.К.Ғирфанов, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Р.Р.Исмәғилев, Э.М.Кузеев, С.Н.Надежкин, Л.Н.Стреляева, М.Ғ.Әбдеева, И.П.Юхин һ.б. эшмәкәрлеге м‑н бәйле.

Әҙәб.: Научно обоснованные системы земледелия по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1990.

Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019