Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

Просмотров: 1152

КУШНАРЕНКО ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1928 й. бер йыллыҡ пед. мәктәбе булараҡ асыла, 1931 й. алып Топорнин татар пед. техникумы, 1936 й. Кушнаренко татар пед. уч‑щеһы, 1956 й. ябыла. 1990 й. Кушнаренко пед. уч‑щеһы булараҡ яңынан асыла, 2002 й. алып К.п.к., 2015 й. Кушнаренко киң профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә алып барыла. Уҡыу ваҡыты 1931 й. алып 3 йыл, 1950—56 йй. 4 йыл була. Урыҫ һәм татар теле, математика уҡытыусылары әҙерләү б‑са 7—10 айлыҡ курстар эшләй. Уч‑ще башланғыс мәктәп уҡытыусылары әҙерләй. 1990 й. уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: башланғыс белем биреүҙә коррекцион педагогика, башланғыс кластарҙа уҡытыу (урыҫ һәм татар төркөмдәре), компьютер системаларында программалаштырыу, ситтән тороп уҡыу бүлегендә — мәктәпкәсә белем биреү. Китапханаһы, спорт комплексы, колледж тарихы музейы бар. Уҡыу йортонда 1990 й. алып 1,3 мең самаһы белгес әҙерләнгән (2012). Тамамлаусылар араһында Ҡ.Н.Йосопов, З.В.Кәримов, Д.Б.Мурзин, Т.Ә.Сәфәров, Р.С.Әйүпов.

Д.А.Сәйетова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: