Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫҢ ӘСЕЛЕГЕ

Просмотров: 1232

ТУПРАҠТЫҢ ӘСЕЛЕГЕ, тупраҡ эретмәһендә водород иондары һәм тупраҡтың һеңдереү комплексында водород һәм алюминдың алмаш иондары булыуға бәйле тупраҡтың үҙенсәлеге. Актуаль (рHН2О шартлы дәүмәле м‑н күрһәтелә) һәм потенциаль Т.ә. бүленә. Потенциаль Т.ә. алмаш (рHKCl шартлы дәүмәле м‑н күрһәтелә) һәм гидролитик (Нг, 100 г тупраҡҡа мг‑экв м‑н күрһәтелә) төрҙәргә айырыла. Ҙурлығы б‑са потенциаль Т.ә. нейтраль (рНKCl>6,0 һәм Нг<2,0); нейтралгә яҡын (5,6—6,0 һәм 2,1—3,0); әселеге аҙ булған (5,1—5,5 һәм 3,1—4,0); уртаса әселектәге (4,6—5,0 һәм 4,1—5,0) һәм үтә әсе (<4,5 һәм >5,0) төрҙәргә бүленә. Т.ә. тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәренең береһе булып тора, агрохимик хеҙмәтләндереүҙә билдәләнә. Юғары Т.ә. үҫемлектәрҙең һәм күп кенә тупраҡ микроорганизмдарының үҫеүенә һәм үҫешенә кире йоғонто яһай. Т.ә. дәрәжәһе сәсеү әйләнешен төҙөгәндә, а.х. культураларын, минераль ашламаларҙың төрҙәрен, формаларын һәм нормаларын һайлағанда иҫәпкә алына. Юғары Т.ә. түбәнәйтеүҙең төп ысулы булып тупраҡҡа эзбиз индереү тора, түбән Т.ә. (һелтелелекте) кәметеүҙә тупраҡҡа гипс индереү ҡулланыла. Башҡортостанда әсе тупраҡтар майҙаны 1682 мең га тәшкил итә. Әсе тупраҡ башлыса төньяҡ урман‑дала зонаһында (501 мең га), төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында (302 мең га), тау‑урман зонаһында (23 мең га) таралған, кәҫле көлһыу тупраҡ, һоро урман тупрағы, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ м‑н бирелгән. Респ. алмаш Т.ә. – рН 4,0 алып 7,5 тиклем, гидролитик Т.ә. 100 г тупраҡҡа 0,5 алып 10 һәм унан күберәк мг‑экв тиклем үҙгәреп тора, тупраҡтарҙың яйлап әселәнә барыуы күҙәтелә. Т.ә. һәм химик мелиорацияның һөҙөмтәлелеге б‑са фәнни тикшереүҙәр 20 б. 30‑сы йй. башлап Аграр университетта (Д.В.Богомолов, Р.С.Кирәев, С.Н.Тайсинов, Й.А.Усманов, Ә.В.Яфаев һ.б.), “Башҡортостан” агрохимия хеҙмәте үҙәгендә (В.А.Сосновский, Р.У. Сөләймәнов һ.б.), Биология институтында (И.Ҡ.Хәбиров, Ф.Х.Хәзиев һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Б.П.Шиленко) алып барыла.

Әҙәб.: Известкование кислых почв /С.Н.Тайчинов [и др.]. Уфа, 1964.

Н.А.Середа

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: