Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠҠА ЭЗБИЗ ИНДЕРЕҮ

Просмотров: 1144

ТУПРАҠҠА ЭЗБИЗ ИНДЕРЕҮ, күп а.х. культуралары өсөн зарарлы булған артыҡ әселекте бөтөрөү өсөн тупраҡҡа эзбизле ашламалар индереү; әсе тупраҡҡа химик мелиорация үткәреү ысулы. Тупраҡтың һеңдереү комплексында водород һәм алюмин иондарын кальций һәм магний иондары м‑н алмаштырыуға нигеҙләнгән, һөҙөмтәлә тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра һәм тупраҡтың уңдырышлылығы күтәрелә. Т.э.и. өсөн ҡаты (аҡбур, доломит, эзбизташ) һәм йомшаҡ (белит оно, дефекат, эзбиз, цемент саңы һ.б.) ашламалар ҡулланыла. Эзбизле ашламалар башлыса сәсеү әйләнеше ротацияһы эсендә бер тапҡыр индерелә, индереү нормалары тупраҡтың рН һәм гранулометрик составына, культураның биол. үҙенсәлектәренә, уларҙы үҫтереү ысулдарына бәйле. Кәҫле көлһыу тупраҡҡа, көлһыу һәм ҡайһы бер торфлы тупраҡтарға, һирәк осраҡта һоро урман тупрағына, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡҡа һәм ҡыҙыл тупраҡҡа эзбиз индерелә. Был ысул pН 4,5‑тән аҙ булғанда бөтә а.х. культураларына, рН 5,1—5,5 булғанда — арпа, бойҙай, гәрәнкә, кукуруз, кәбеҫтәгә һ.б., рН 5,6—6,0 булғанда сөгөлдөр һәм люцернаға үткәрелә, рН 6,0 һәм унан артығыраҡ булғанда үткәрелмәй. Т.э.и. органик ашламалар һәм минераль ашламалар индереү м‑н берлектә һөҙөмтәле була. Башҡортостан терр‑яһында әсе тупраҡлы һөрөнтө ерҙәр майҙаны 1682 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. үтә әсе тупраҡлы — 70 мең га, уртаса әсе тупраҡлы — 472 мең га. Әсе тупраҡ башлыса төньяҡ урман‑дала зонаһында, төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында, тау‑урман зонаһында таралған. Респ. эзбиз индереү нормалары 2—8 т/га. Эзбизләнгән тупраҡтың майҙаны 2000 й. 34,2 мең га, 2003 — 18,5, 2005 й. 18,9 мең га тәшкил иткән. Т.э.и. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20‑се б. 30‑сы йй. алып Аграр университетта (В.М.Вәлиев, Р.С.Кирәев, Н.А.Середа, И.Ҡ.Хәбиров, Й.А.Усманов, И.О.Чанышев һ.б.), Биология институтында (И.М.Ғәббәсова, Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев) үткәрелә. Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында Т.э.и. ваҡытында иген культураларының уңдырышлылығы 9,7—11,3%‑ҡа, органик һәм минераль ашламалар индергәндә — 19,6%‑ҡа, Т.э.и. һәм ашламаларҙы комплекслы ҡулланғанда 32,6—35,9%‑ҡа артҡан (1988—93). Шулай уҡ ҡара: Агрономик мәғдәндәр, Агрохимик хеҙмәтләндереү, Тупраҡтың әселеге.

Әҙәб.: К и р а е в Р.С. Регулирование плодородия чернозёмов лесостепных агроландшафтов Южного Урала. Уфа, 2003.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023