Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠҠА ГИПС ИНДЕРЕҮ

Просмотров: 1160

ТУПРАҠҠА ГИПС ИНДЕРЕҮ, күп а.х. культуралары өсөн зарарлы булған артыҡ һелтелелекте бөтөрөү өсөн тупраҡҡа гипс, фосфогипс индереү; тоҙло тупраҡтарға химик мелиорация үткәреү ысулы. Тупраҡтың һеңдереү комплексында натрий иондарын кальций иондары м‑н алмаштырыуға нигеҙләнгән, һөҙөмтәлә тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра һәм тупраҡтың уңдырышлылығы күтәрелә. Башҡортостан терр‑яһында тоҙло‑татырлы комплекстар (ҡара: Татырлыҡ, Тоҙло тупраҡ) 36 мең га ашыу майҙанды биләй (2011), төп өлөшө Башҡортостандың Урал аръяғы дала зонаһында урынлашҡан. Тоҙло тупраҡҡа гипс индереү тупраҡтың дымлылығы түбән булған осраҡта һөҙөмтәле түгел, респ. ҡоро райондарында уны һуғарыу (ҡара: Һуғарыулы игенселек) һәм фитомелиорация м‑н берләштерәләр. БР‑ҙа гипс индереү нормалары 3—6 т/га. Гипс һәм фосфогипс 2 бүлемдә индерелә: дозаның яртыһы — һөрөү аҫтына, икенсе яртыһы — өҫтән, дискылау аҫтына. Т.г.и. башҡа агротехник саралар (тәрән һөрөү, органик ашламалар индереү, ҡар тотоу һ.б.) м‑н комплекста үткәрелә. 20‑се б. 80‑се йй. уртаһында — 90‑сы йй. башында Ауыл хужалығы институты (П.Я. Бульчук, М.Ҡ.Харисов), Аграр университет (С.Ғ.Ғиззәтуллин, Й.А.Усманов һ.б.), Биология институты (С.И.Йәнтүрин, Ә.Х.Моҡатанов һ.б.) ғалимдары тарафынан ресурс һаҡлаусы Т.г.и. технологиялары эшләнә. Баймаҡ р‑нының “Сибай” с‑зында тәбиғи мал аҙығы ерҙәренә 3 т/га күләмендә фосфогипс индергәндә бесәндең уңдырышлылығы 5,5 ц/га алып 12,0 ц/га тиклем күтәрелгән (1986).

Әҙәб.: Х а р и с о в М.К., М у к а т а н о в А.Х. Технология окультуривания и использования солонцовых сенокосов и пастбищ Башкортостана. Уфа, 1993; Производство кормов на мелиорированных землях Башкортостана. Уфа, 2001.

Ә.Х.Моҡатанов, М.Ҡ.Харисов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019