Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ

Просмотров: 1110

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1892 й. Нижегородка биҫтәһендә Дионисий I инициативаһы м‑н сауҙагәр Т.П.Козлов аҡсаһына төҙөлә, 1893 й. изгеләндерелә. 19—20 бб. араһындағы рус стилендәге сиркәү (20х29,3 м) ағастан, 6 көмбәҙле, 8 тәреле (6‑һы ҡорамда, 1‑һе күтәрмәлә, 1‑һе алтарҙа) итеп төҙөлә, өс яруслы 8 ҡырлы манараһы бар, уның көнбайышына тамбур төкәтелгән. Сиркәүҙең 3 өҫтәле була: төп өҫтәл — Раббы Тәреһе Воздвижениеһы хөрмәтенә (1893 й. изгеләндерелә), уң приделдағыһы — изге апостолдар Пётр м‑н Павел һәм һулдағыһы святитель Николай Чудотворец хөрмәтенә (1902 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә) арнап эшләнә. Айырым ишекле цоколь бинаһы (кирбестән) бар. 1928—33 йй. сиркәү православиелағы обновленецтар һәм григорий йүнәлештәре яҡлы булған епископ Иовтың (Афанасьев), 1933—37 йй. Автокефаль иҫке сиркәү общиналарының Өфө епархия советы башында торған епископ Руфиндың (Брехов) каф. була. К.с. эргәһендә Һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы, ҡатын-ҡыҙҙар сиркәү-мәхәллә мәктәбе эшләй, йәкшәмбе мәктәбе, китапхана, иконалар яһау оҫтаханаһы бар (2000 й. алып). 1994—98 йй. уның терр‑яһында Благовещен ҡатын-ҡыҙҙар монастыры урынлаша, 1998—2008 йй. Православие Изге Тихон гуманитар университетының дистанциялы уҡытыу үҙәге эшләй. К.с. мәхәлләһе слобода диндарҙарынан (1816 й. 1200 кеше, 2006 й. 600 кеше) торған. 1937 й. сиркәү ябыла, унда минераль ашламалар склады урынлаша, 1942 й. яңынан асыла. Сиркәү хәйриә м‑н шөғөлләнгән: биҫтәнең фәҡир халҡына, Беренсе донъя һуғышы йылдарында фронтҡа киткән һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам иткән; Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сиркәү мәхәлләселәре тарафынан 114 мең һумлыҡ дәүләт заёмдары, 157 мең һумлыҡ хәрби заём облигациялары һатып алына, 1945 й. Оборона фондына 495 мең һум күсерелә, бының өсөн мәхәлләселәргә И.В.Сталин тарафынан рәхмәт белдерелә. Настоятелдәре: Н.А.Котельников (1893—1907), А.А.Горин (1940 йй.), игумендар Илья (Бобровников, 1991 й. алып), Пантелеймон (Степаненко), протоиерей Р.К.Хәбибуллин (1998 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: