Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМЕРА МУЗЫКАҺЫ

Просмотров: 875

КАМЕРА МУЗЫКАҺЫ (лат. camera — бүлмә), бәләкәй состав (ансамблгә берләшкән бер йәки бер нисә музыкант) м‑н башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка сәнғәте төрө. Камера‑инструменталь һәм камера‑вокаль музыкаһын айырып йөрөтәләр. К.м. Башҡортостан муз. мәҙәниәте тарихының бөтә этаптары өсөн дә хас. 20 б. 20—30‑сы йй. монодиянан — күп тауышҡа, сәсән һәм ҡурайсыларҙың ауыҙ‑тел халыҡ ижады традицияларынан — яҙма акад., фольклор формаларынан Европа формаларына күсеү осоронда камера‑инструменталь музыка өлкәһендә тормош‑көнкүреш жанрҙары нигеҙендә европаса яҙыу формаһы үҙләштерелә башлай (марш, вальс, полька, инструменталь көй): С.Ғәбәшиҙең фп. өсөн “Йәшлек” (“Юность”), “Һағыш” (“Печаль”), “Пикник” пьесалары; М.М.Вәлиевтең 2 вальсы, фп. өсөн “Полька”, скрипка һәм фп. өсөн “Романс”, “Фантазия”, “Юмореска”, виолончель һәм фп. өсөн “Романс”, “Тау шишмәһе” (“Горный ручей”) һ.б. Был өлкәләге жанрҙар диапазоны 40—60‑сы йй. киңәйә. Камера пьесалары (Х.Ш.Заимовтың скрипка өсөн 4 дуэты, фп. өсөн 24 прелюдияһы, З.Ғ.Исмәғилевтең флейта, гобой, кларнет, скрипка, фп. өсөн пьесалары, Т.Ш.Кәримовтың концерт пьесалары, баян өсөн этюдтары һ.б.) м‑н бер рәттән эре формалар барлыҡҡа килә: Р.Ә.Мортазиндың Скрипка, виолончель һәм фп. өсөн триоһы, Заимовтың Скрипка һәм фп. өсөн сюитаһы, Тауыш, скрипка һәм фп. өсөн триоһы, Вәлиев, Кәримов, Заимовтың ҡыллы квартеттары. 70—90‑сы йй. башҡ. комп. К.м. өлкәһендә яңы һүрәтләү сараларын эҙләүҙә тәж. туплай, яңы техникаларҙы һынап ҡарай; фольклорҙа бүтән ҡарашта, тембр универсаллегендә сағылған яңы муз. фекер барлыҡҡа килә (бөтә музыка ҡоралдарына, беренсе сиратта фп. м‑н тиңләштерелгән тынлы һәм һуҡма ҡоралдарға, ш. уҡ орган, башҡ. халыҡ музыка ҡоралдарына ҡыҙыҡһыныу уяна). Башҡ. мәҙәниәте сығанаҡтарына мөрәжәғәт итеп, композиторҙар камера ижадының инструменталь өлкәһен киңәйтә һәм ҡурай, баян өсөн әҫәрҙәр ижад итә (яңғыҙ һәм акад. музыка ҡоралдары м‑н ансамблдә): Ф.М.Ғафуровтың Ҡурай һәм фп. өсөн сонатинаһы, М.Х.Әхмәтовтың ҡурай һәм башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары өсөн программалы миниатюралары, А.М.Ҡобағошовтың ҡурайсылар ансамбле өсөн башҡ. халыҡ көйҙәренә эшкәртмәләре һ.б. Художество концепцияларының ҡатмарлашыуы, үтәләй симфоник үҫеш алымының көсәйеүе, уның сюита принцибын ҡыҫырыҡлап сығарыуы һөҙөмтәһендә классик жанрҙарға яңыса ҡараш барлыҡҡа килә: Р.Х.Ғәзизов, Л.З.Исмәғилева, Р.Р.Йыһанов, Р.Н.Сабитов, В.М.Скобёлкин, А.Д.Хәсәншин, Д.Д.Хәсәншин, И.И.Хисаметдиновтың ҡыллы квартеттары; А.К.Березовский, Ғәзизов, Р.Ғ.Ҡасимов, Сабитовтың фп. квинтеттары; Р.М.Хәсәновтың Ҡыллы музыка ҡоралдары өсөн секстеты; Ғәзизов, Д.Д.Хәсәншиндең Фортепиано триоһы; симфоник оркестрҙың бөтә музыка ҡоралдары өсөн сонаталар (яңғыҙ башҡарыу һәм ансамбль өсөн). Башҡ. проф. музыкаһы өсөн яңы тенденция — камера ансамбленең инструменталь составын индивидуалләштереүгә ынтылыу күҙгә ташлана: Ғәзизовтың Тынлы музыка ҡоралдары өсөн триоһы; Исмәғилеваның Флейта, гобой, ике скрипка, альт, виолончель, фп. һәм литавралар өсөн октеты; Әхмәтовтың кларнет, виолончель һәм фп. өсөн “Ватыҡ амфора” (“Разбитая амфора”) триоһы; Д.Д.Хәсәншиндең Еҙ музыка ҡоралдары өсөн квинтет‑сюитаһы; Хәсәновтың һуҡма музыка ҡоралдары һәм орган өсөн “4 июнь һәләкәте” (“Катастрофа, 4 июня”) сюитаһы; Йыһановтың Кларнет, фагот, фп. өсөн триоһы һәм Тынлы, һуҡма музыка ҡоралдары һәм фп. өсөн квинтеты. Башҡарыусыларҙың даирәһе киңәйә, муз. интонация муз. булмаған алымдар м‑н тулыландырыла: “Атайсал” квинтетына Әхмәтов тауыш, гобой, виолончель, фп., һуҡма музыка ҡоралдары м‑н бер рәттән дирижёр партияһын индерә; Еҙ музыка ҡоралдары өсөн квинтет‑сюитаһында Д.Д.Хәсәншин “инструменталь театр”ҙың уйын алымдарын ҡуллана. Муз. фекерләүҙең камера принциптары эре формаларға ла йоғонто яһай: Ғәзизов, Исмәғилева, Сабитов, А.Д.Хәсәншиндең камера симфониялары; камера опералары [“Аҡмулла”, С.Ә.Низаметдиновтың “Ҡара һыуҙар” (“Чёрные воды”)] һәм балеттары [Д.Д.Хәсәншиндең “Туй” (“Свадьба”), Сабитовтың “Ҡыҙ һәм үлем” (“Девушка и смерть”)] ижад ителә. Камера‑вокаль музыка жанрҙары башҡ. композиторҙары ижадында башлыса йыр, романс, вокаль циклдар, халыҡ йырҙары эшкәртмәләренән ғибәрәт (ҡара: Вокаль музыка).

Әҙәб.: Кәримова С.Ю. Камерная вокальная музыка композиторов Башкирии //Музыка композиторов Башкирской АССР (СССР) и округа Галле (ГДР). Уфа, 1990.

Е.А.Скурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: