Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 934

ИВАНОВКА ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16 б. — б.э. 14 б. археологик ҡомартҡылары. Хәйбулла р‑ны Ивановка а. янында Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1945 й. Б.А.Коишевский тарафынан тасуирлана, 1974 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. А.Х.Пшеничнюк) тарафынан өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 10—30 м, бейеклеге 0,2—2,0 м) ҡарай. 4 төркөм ҡәберлек айырып күрһәтелә. И.ҡ.I ауылдан көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 8 ҡурған асыҡланған, 4‑һе (7 ҡәбер) ҡаҙылған, уларҙың береһендә коридор‑дромос (оҙонлоғо 8 м, киңлеге 1 м) теркәлгән. 3‑һе бронза быуат ҡәберендә Алакүл мәҙәниәте һәм Бура мәҙәниәте керамикаһы табылған. 3 ҡәбер Савромат мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш остарында балсыҡ һауыттар һәм ҡорбан аҙығы ҡалдыҡтары (тәкә һөйәктәре) табылған. Ҡәбер соҡоронда өлөшләтә кремация эҙҙәре осрай. Ҡәбергә яҫы төплө балсыҡ һауыттар, тимер хәнйәр, быяла муйынсаҡтар һалынған. 1 ҡәбер Сармат мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйет салҡан ятҡырып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып (көньяҡҡа ауыштырып) ерләнгән. Бронза айыл һәм өс йөҙлө уҡ башағы, түңәрәк төплө балсыҡ һауыт, хуш еҫле үләндәр яндырыу өсөн туҫтаҡ һымаҡ һауыт һәм орсоҡбаш, таш ҡайраҡ, һөйәк ҡалаҡ табылған. И.ҡ.II ауылдан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 3 бронза быуат ҡәберендә Алакүл һәм Бура мәҙәниәттәре керамикаһы табылған. И.ҡ.III ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 4 Савромат мәҙәниәте ҡурғаны асыҡланған, 3‑һе ҡаҙылған. 2 ҡурғанда (бер нисә мәйет бергә ерләнгән) бағаналарға таянған, өҫтән бүрәнә, һайғау һәм ботаҡ м‑н ябылған бура рәүешендәге ҡәбер өҫтө ҡоролмалары табылған. Ҡурғандарҙың береһендә ҡәберҙең көньяғында таш өйөмө (3×5 м) бар. Мәйеттәр дүрткел ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н көньяҡҡа йәки көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. 3‑сө ҡурғанда 1 ҡәбер табылған. Мәйет тәрән ҡәбер соҡорона салҡан ятҡырып, башы м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика муйынына кәкерсәктәр һәм соҡорло биҙәк төшөрөлгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә ш. уҡ бронза уҡ башаҡтары, хайуан һөйәктәре һәм быяла муйынсаҡтар һалынған. И.ҡ.IV ауылдан көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 2 ҡурған (4 ҡәбер) асыҡланған һәм ҡаҙылған, береһенең тупраҡ өйөмөндә һарыҡташтар табылған. 2 ҡәберҙә Алакүл һәм Бура мәҙәниәттәре керамикаһы табылған. 3‑сө ҡәбер Савромат мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡәбергә бронза беләҙектәр, айылдар, көҙгө һәм суҡтар, яҫы төплө балсыҡ һауыттар, хайуан һөйәктәре һалынған. 4‑се ҡәбер 13—14 бб. ҡарай (тәңкәләр табылған). И.ҡ. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш дала райондарына бронза һәм тимер быуат ҡәбиләләренең, ш. иҫ. савромат һәм сарматтарҙың, күсеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: