Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 656

ИСМӘҒИЛ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 19 км алыҫлыҡта Арйылға й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 747 кеше; 1920 — 964; 1939 — 684; 1959 — 424; 1989 — 132; 2002 — 101; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1865 й. 48 йортта 272 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ш.Ә.Ғайсин, С.Я.Ямалиев ошо ауылда тыуған.

 Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019