Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСТӘК, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 649

ИСТӘК, Ҡаймаша, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Истәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡаймаш й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 623 кеше; 1920 — 940; 1939 — 715; 1959 — 597; 1989 — 447; 2002 — 434; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Истәк Тулыбаев исеме м‑н аталған, тип фаразлана. 1703 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күcә) күсеп ултыра. Шулай уҡ Ҡайшаҙы исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 96 кеше йәшәгән, 1865 й. 64 йортта — 373 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, шарап һәм 5 бакалея кибете теркәлгән. Фәраз Ф.Харисов, Фираз Ф.Харисов ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019