Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 980

ИҪӘКӘЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Маҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.- Көнс. 56 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Рәүҙәк й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 670 кеше; 1920 — 807; 1939 — 744; 1959 — 711; 1989 — 309; 2002 — 247; 2010 — 251 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Маҡар урта мәктәбе филиалы), клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1748 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 34 йортта 129 кеше йәшәгән, 1865 й. 115 йортта — 509 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 тимерлек, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында тирмән ташы һәм ағас әйберҙәр яһау булған. Ф.Б.Мөхәмәтшин ошо ауылда тыуған.

Р.Н.Ҡотошов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019