Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУЯШТЫР, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 718

ҠУЯШТЫР, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1509 кеше; 1920 — 1486; 1939 — 1081; 1959 — 686; 1989 — 286; 2002 — 358; 2010 — 322 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Сударушки” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1787 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Өфө‑Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1789 й. — бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1795 й. тиклем һәм 1805 й. урыҫ иҡтисади крәҫтиәндәре килеп урынлаша. 1795 й. 225 кеше йәшәгән, 1865 й. Ҡ. (Күстәй) 221 йортта — 1134 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, тимерлек эше, тире эшкәртеү һәм итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 сиркәү, 2 часовня, 2 кирбес з‑ды булған. 1906 й. 2 сиркәү (1855 й. һәм 1868 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 4 тимерлек, ел тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. Н.К.Праведников ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019