Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы

Просмотров: 1224

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы [3.7.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы районы) — 16.3.1995, Өфө ҡ.], философ. Философия фәндәре кандидаты (1955). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад педагогия институтын тамамлаған (1939). 1942 й. алып ВКП(б)‑ның Ауырғазы район комитетында, 1944—50 йй. Башҡортостан өлкә комитетында эшләй. 1954 й. башлап ӨАИ‑ның марксизм‑ленинизм кафедраһы мөдире, 1956 й. — Өфө юғары партия мәктәбенең, 1960 й. — БДУ‑ның, 1971—83 йй. БДМИ‑ның философия кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда ижтимағи һәм философик фекер тарихына, йәдитселекте тарихи баһалауға арналған. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: Призвание убеждать. Уфа, 1966 (авторҙ.).

Д.М.Азаматов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023
Связанные темы рубрикатора: